Унда һаулыҡтары буйынса мөмкинлектәре сикләнгән 250 ҡыҙ саҡырылғайны. Һәр береһенә таж һәм беләҙек бүләк ителде. Төрлө әкиәт персонаждары ҡатнашлығында матур байрам ойошторолдо. Бәләкәй һылыуҡайҙарҙы Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне. Әйткәндәй, сара уның хәләл ефете Каринэ Хәбирова тәҡдиме менән икенсе йыл үткәрелә. Һуңынан "Осоусы корабль" спектакле күрһәтелде.