Йәғни 5, 6 ғинуар шәмбе һәм йәкшәмбегә тура килде лә ул көндәр 4, 5 майға күсерелде. Шулай итеп, май башында биш көн ял итәбеҙ. Баҡса эштәре башланған мәлдә бик һәйбәт буласаҡ. Шунан 6, 7, 8 май эшләйбеҙ, уҡыйбыҙ ҙа Бөйөк Еңеү көнөн билдәләргә тағы өс көнгә ялға туҡтайбыҙ: 9, 10, 11 май.
Шуныһын да онотоп ебәрмәйек: өлкәндәргә үҙ эштәрен башҡарырға, ә уҡыусыларға иһә үтәһе темаларын барыбер үҙҙәренә үҙләштерергә, өйрәнергә тура киләсәк. Ялдарҙы файҙалы, кәрәкле шөғөлдәр менән уҙғарырға яҙһын.