Нефткә хаҡ төшкәс, бензинға ла хаҡ төшкәнен көтөү дөрөҫ кеүек. Әммә Рәсәй Федерацияһы финанс министры урынбаҫары Алексей Сазанов белдереүенсә, был яғыулыҡҡа хаҡ төшмәйәсәк, шул уҡ ваҡытта артырға ла тейеш түгел.
«Известия» гәзите һорауҙарына яуап биргән эксперттар фекеренсә, сит илдәрҙән килтерелгән тауарҙарға хаҡ 10 – 35 процентҡа артыуы ихтимал. Балалар әйберҙәре, кейем-һалым, дарыуҙар, көнкүреш техникаһының ҡиммәтләнеүе бар. Автомобилдәргә лә, шул иҫәптән үҙебеҙҙең LADA маркаһына, хаҡтың 6 – 10 процентҡа күтәрелеүе көтөлә, тиҙәр.