+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Украинала 3 аҙнаға карантин иғлан ителә

Ул 12 марттан 3 апрелгә тиклем дауам итәсәк.

Бөтә белем биреү йорттары ла ябыла. 200-ҙән артыҡ кеше йыйылған саралар үткәреү тыйыла. Спорт ярыштарының тамашасыларһыҙ уҙыуы бар. Шулай уҡ коронавирусҡа ҡаршы көрәш буйынса сараларҙы көсәйтеү маҡсатында бер нисә илгә самолёттар ҙа осмаясаҡ. Ил сигендәге үткәреү пункттарының күбеһен ябырға уйлайҙар. Былар тураһында, ҡарар проектына һылтанып, депутат Виктория Сюмар фейсбукта яҙған. Әле Украинала Италиянан ҡайтҡан бер кешелә коронавирус табылған.
Читайте нас: