+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Коронавирустан ҡурҡаһығыҙмы?

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы кисә рәсми рәүештә короновирустың яңы COVID-19 төрөн пандемия тип иғлан итте.

Был көслө эпидемия тигәде аңлата. Донъяла бөтәһе 130 меңдән ашыу кеше был сирҙе йоҡторған. Үлеүселәр һаны – 4 меңдән ашыу.
Рәсәй ҙә 13 марттан Европаның бер нисә иленә (Франция, Испания, Германия, Италия) авиабәйләнеште сикләй. Шулай ҙа был илдәрҙең баш ҡалаларына, шулай уҡ Мюнхенға, Майндағы Франкфуртҡа һәм Барселонаға Шереметьево аша авиарейстар һаҡлана.
Кемдер коронавирус тураһында көн һайын насар яңылыҡтар ишетә торғас, ҡурҡыуға ҡалғандыр. Ә бының өсөн нигеҙ бармы? Тынысыраҡ булайыҡ. Беренсенән, һеҙ сир таралған төбәктә булмағанһығыҙ. Икенсенән, сит илдәрҙән ҡайтыусылар шунда уҡ коронавирусҡа ҡаты тикшереү үтә һәм мотлаҡ ике аҙнаға карантинға ебәрелә, сөнки был сир шул осорҙа үҙен белдереүе мөмкин. Хәҙер, пандемия тип иғлан ителгәс, донъя кимәлендә вирусҡа ҡаршы тағы ла күберәк саралар күрелер. Ә беҙгә халыҡ күп йыйылған урындарҙа булмаҫҡа тырышырға, сәләмәт тормош алып барырға, дөрөҫ туҡланырға, урамдан ингәс, һәр ваҡыт ҡулдарҙы һабынлап йыуырға кәрәк. Гриптан айырмалы коронавирус менән балалар түгел, ә күберәк оло йәштәгеләр сирләй, тип яҙалар.
Читайте нас: