+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Арыҫлан Ҡырымсурин – "Орлёнок"та

Хәтерегеҙҙәме, былтыр "Һеңлекәш» нәфис фильмы XVI «Нурлы фәрештә» халыҡ-ара хәйриә кинофестивалендә Гран-при һәм тамашасылар һөйөүе номинацияһын яулағайны.

Ошо сараны ойоштороусылар фильмда төп ролде башҡарыусы Арыҫлан Ҡырымсуринды дүрт көнгә "Орлёнок"ка саҡырған. Унда "Нурлы фәрештә" мәҙәни-мәғариф проекты сиктәрендә "Һеңлекәш" фильмы күрһәтелгән. Бөтә Рәсәй Балалар үҙәгендә ял итеүсе балалар уны ҡыҙыҡһынып ҡараған. Төп герой менән аралашыу уларға бик оҡшаған. Арыҫланға кастинг, фильмды төшөрөү ваҡытындағы ҡатмарлыҡтар һәм башҡалар тураһында һорауҙар биргәндәр. Кескәй актёрыбыҙ "Сәңгелдәк"тең алып барыусыһы булыуы тураһында ла һөйләгән. Арыҫлан, әлбиттә, бүтән сараларҙа ла ҡатнашҡан. "Орлёнок" тормошо менән танышҡан.
Читайте нас: