-9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Яҙғы каникулды оҙайтыуҙары ихтимал

Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кешенең именлеген һаҡлау өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт мәғлүмәттәре буйынса 15 мартҡа донъяла коронавирус менән сирләүселәр һаны 162 мең 687-гә еткән.

75 мең 620 кеше һауыҡҡан, 6 мең 65-енең ғүмере өҙөлгән. Рәсәйҙә 67 сирле теркәлгән.
Аллаға шөкөр, беҙҙең республикала был вирусты йоҡтороусылар юҡ.
Бынан һуң төбәктә көнөнә ике тапҡыр – иртәнге 9-ҙа һәм киске 8-ҙә халыҡҡа дөрөҫ мәғлүмәттәрҙе еткереү маҡсатында брифингтар үткәреләсәк.
Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бөгөн оператив кәңәшмәлә яҙғы каникулды оҙайтыу ихтималлығы тураһында белдергән: «Был аҙнала балалар уҡый, шунан бер аҙнаға каникулға сығалар. Мәғариф, Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтарына, йәмәғәт ойошмаларына тәҡдимдәрен индерергә ҡушам. Кәрәк булһа, каникулды артабан бер йә унан күберәк аҙнаға оҙайта алабыҙ. Бының өсөн нигеҙле ҡарар кәрәк».
Читайте нас: