+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Каникулдан һуң дистанцион уҡытыу ойошторола

18 мартта киске 20 сәғәттә Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығында коронавирусҡа ҡағылышлы мәсьәләләр буйынса үткән брифингта мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин да ҡатнашты.

Уның белдереүенсә, республиканың бөтә мәктәптәре лә 23 марттан 5 апрелгә тиклем каникулда буласаҡ. Ә 6 апрелдән дөйөм белем биреү учреждениелары дистанцион уҡыу формаһына күсәсәк. Бөтә Рәсәй тикшереү эштәрен үткәреү ваҡыты 25 майға тиклем кисектерелә. Дәүләт имтихандарын алдан тапшырыу этабы булмай.
Мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары эшләүен дауам итә. Уларҙа – карантин, тәрбиәселәр кескәйҙәрҙе ишек төбөнән үк ҡаршы ала, атай-әсәйҙәргә инеү тыйыла.
I – IV синыф уҡыусылары өсөн мәктәптәрҙә 15-әр кешелек төркөмдәр асыу мөмкинлеге бар, туҡланыу ҙа ойошторола.
Һорауҙарығыҙ булһа, эш көндәрендә иртәнге 9-ҙан киске 6-ға тиклем мәғариф һәм фән министрлығында ойошторолған «Ҡыҙыу бәйләнеш» телефонына шылтыратырға мөмкин: 8(347) 218-03-81, 218-03-28.
Читайте нас: