Күрше Татарстанда – 5, Мәскәүҙә – 6, Мәскәү өлкәһендә – 18 осраҡ. Бөтәһе 18 төбәктә йоғошло сир теркәлгән. Шулай итеп, Рәсәй Федерацияһында барлығы 306 кешелә коронавирустың яңы төрө табылған. Улар бөтәһе лә һуңғы ике аҙнала сир таралған сит илдәрҙә булған.
Һаҡланғанды Алла һаҡлай, тигән һүҙҙәрҙе онотмайыҡ. Шәхси гигиена ҡағиҙәләрен үтәйек. Бысраҡ ҡулдар менән танау, ауыҙ, күҙҙәргә ҡағылырға ярамай. Ҡулдарҙы йыш йыуыу, смартфон экрандарын, пульттарҙы, ишек тотҡаларын дезинфекциялап тороу, кеше күп йөрөгән урындарҙа булмаҫҡа тырышыу – ябай ғына ҡағиҙәләр. Ә сир билдәләре һиҙелһә, табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.