-33 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Коронавирус Өфөгә килеп еткән

Бөтә донъяны аяҡҡа баҫтырған коронавирус беҙҙең республикаға ла килеп еткән.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә хәбәр итеүенсә, Covid19 вирусы өс кешелә асыҡланған. Уларҙың икәүһе сит илдән ҡайтҡан, өсөснсөһө даими рәүештә Мәскәүгә эшкә йөрөгән.
Өсөһө лә изоляцияланған, уларҙың кемдәр менән аралашҡанлығы билдәләнеп, талаптарға ярашлы тикшерелә.
«Был осраҡ хәүефтең ысын булыуы хаҡында һөйләй. Һаҡланыу сараларын үтәгеҙ. Сит дәүләттәрҙән ҡайтҡандар карантинға сығырға тейеш, уны боҙоу ҡанун буйынса эҙәрлекләнә.», — тип яҙҙы республика башлығы. Хөкүмәт кимәлендә коронавирус пандемияһын мөмкин тиклем юғалтыуҙарһыҙ үткәреү өсөн етди саралар күрелә. Һәр кемгә гигиена ҡағиҙәләрен үтәргә, үҙенең һаулығын ҡайғыртырға кәрәк.
Рәсәйҙә һуңғы тәүлектә 71 яңы осраҡ теркәлгән, бөтәһе 438 кеше был вирусты йоҡторған. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, 24 мартҡа коронавирус йоҡтороусылар һаны 330 меңдән артҡан. Беренсе урында — Ҡытай (81 мең 171), икенсе — Италия (63 мең 927), өсөнсө — АҠШ (33 мең 340). Үлеүселәрҙең иң күбе Италияла (6 мең 077), унан һуң – Ҡытай (3 мең 277) һәм Испания (2 мең 182).
Читайте нас в