Әле бына уның режиссёры Айнур Асҡаров "Башинформ" агентлығына «Өфөнән һөйөү менән-2» проекты өҫтөндә эшләй башлауҙары тураһында белдергән: "Был идеяны республика башлығы Радий Хәбиров тәҡдим итте. Яңы фильмда элекке сюжет дауам итмәй, ә бөтөнләй икенсе хәл-ваҡиға була. Хәҙерге ваҡытта Айҙар Аҡманов менән сценарий яҙабыҙ". Ижади төркөмгә уңыштар теләйбеҙ, бөтә донъя коронавирус пандемияһы тураһында шаулағанда, бик ҡыуаныслы яңылыҡ был.