Уның белдереүенсә, 26 марттың көндөҙгө 2 сәғәтенә тиклем сит илдәргә үҙаллы сәйәхәткә сығып, әлеге ваҡытта шунда ҡалған туристарға үҙҙәре тураһында Рәсәй Федерацияһының Сит ил эштәре министрлығына хәбәр итергә кәрәк. Мәғлүмәт йыйыу өсөн хатта ватсап та булдырылған: 8917 407 74 84. "Беҙгә ашығыс рәүештә сит илдәрҙә ҡалған республика граждандары тураһында бөтә мәғлүмәтте йыйырға кәрәк. Сит ил эштәре министрлығы сайтына инеп, теркәлеү үтергә тейештәр. Был уларҙы Рәсәйгә ҡайтарыу өсөн кәрәк", – ти Салауат Нафиҡов.
Рәсәйҙән Һиндостанда ғына 5 мең кеше икән, беҙҙең республиканан күпмелер? Колл-үҙәк мәғлүмәттәре буйынса яҡынса 39 яҡташыбыҙ сит илдәрҙә ҡалған. Ә турагентстволар ойошторған төркөмдәрҙә 642 кеше, улар 31 мартҡа тиклем ҡайтарылып бөтәсәк.