+15 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Владимир Путин халыҡҡа мөрәжәғәт итте

Рәсәй Президенты коронавирус пандемияһына бәйле дәүләт телеканалдары аша халыҡҡа мөрәжәғәт итте.

Ул 28 марттан 5 апрелгә тиклем бөтә Рәсәй буйынса ял көндәре буласаҡ, тип иғлан итте. Эш хаҡы һаҡланасаҡ. Был коронавирустың таралыу тиҙлеген кәметеү ниәтенән эшләнгән сара. Банк, медицина учреждениелары, аптекалар, транспорт, власть органдары эшләйәсәк.
Путин кризис арҡаһында ауыр хәлдә ҡалған граждандарға һәм бизнесҡа ҡағылышлы ниндәй ярҙам күрһәтеләсәге тураһында ла әйтте. Әсәлек капиталы алырға хоҡуғы булған ғаиләләргә ай һайын 5 мең түләнәсәк. Эшһеҙлек буйынса пособие 12 меңгә күтәрелә. Пандемия арҡаһында килемдәре 30 проценттан күберәккә кәмегән граждандарға ипотека һәм кредит буйынса каникул алыу хоҡуғы бирелә. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына түләүҙәрҙе һуғыш һәм тыл ветерандары апрелдә үк аласаҡ, тип белдерҙе Президент.
Конституцияға төҙәтмәләр буйынса тауыш биреү ҙә билдәһеҙ ваҡытҡа күсерелә.
Читайте нас: