+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Фольклориада киләһе йылға күсерелә

Быйыл Бөтә донъя фольклориадаһы Башҡортостанда 18 июлдән 1 авгусҡа тиклем үтергә тейеш ине.

Унда 85 илдән 3 меңләп кеше килеүе көтөлә ине. Коронавирус пандемияһы арҡаһында был ҙур сара бер йылға кисектерелә. Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың төп баҫмалары мөхәррирҙәре менән осрашыуында әйткән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, коронавирус бер айҙа ғына үтеп китер, тип өмөтләнергә ярамай, оҙағыраҡҡа барасаҡ, тип белдергән ул.
Читайте нас: