Икенсе көнөнә йырсыға тын алыуы ауырлашҡас, реанимацияға күсерҙеләр. Телеграмм-канал "112" хәбәр итеүенсә, Лев Лещенкола коронавирус булыуы асыҡланған.
Табиптар уның хәлен, үтә ауыр, тип баһалай. Билдәле булыуынса, йырсы 12 мартта Американан гостролдән ҡайтҡан булған. Меңәрләгән тамашасылар 78 йәшлек яратҡан йырсыларының һаулығы өсөн борсола.