+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Иртәгә "Гөлбостан" спектаклен ҡарағыҙ

Иртәгә, Театр көнөндә, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры үҙенең YouTube каналында ошо миҙгелдең "Гөлбостан" премьераһын он-лайн күрһәтәсәк.

Был спектакль Ҡадир Даяндың "Таңсулпан" пьесаһы буйынса ҡуйылған. Дамир Йосопов урыҫса яҙған сценарийҙы Динара Ҡәйүмова башҡортсаға тәржемә иткән. Режиссёры – Айрат Әбүшахманов. Спектаклдә актерҙар Гөлназ Хайсарова, Азат Вәлитов, Олег Ханов, Сара Буранбаева, Илдар Ғүмәров, Әхәт Хөсәйенов, Ирек Булатов, Алһыу Бәхтиева, Илдар Сәйетов, Зиләрә Юлтаева, Илсур Байымов, Урал Әминев, Айҙар Шәмсетдинов ҡатнаша. Күмәк сәхнәләрҙә Илгизә Ғилманова, Морат Рафиҡов, Алмаз Йосопов, Гөлнара Ҡаҙаҡбаева, Артур Кәбиров, Гөлмирә Исмәғилева, Лилиә Ғәлина, Руслан Ғәлимов уйнай.
"Гөлбостан" спектаклен тик 27 мартта ғына 14 сәғәттән төнгө 11-гә тиклем ҡарарға мөмкин, тип хәбәр итәләр театрҙан. Ҡарамай ҡалмағыҙ.
Читайте нас: