+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Яҙғы хәрби саҡырылыш кисектерелмәй

Коронавирус арҡаһында яҙғы хәрби саҡырылышты кисектереү көтөлмәй. Был хаҡта Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығы хәбәр итә.

Әрме сафына алыныу ваҡытты, ғәҙәттәгесә, 1 апрелдән 15 июлгә тиклем дауам итә. Буласаҡ һалдаттар хеҙмәт итергә ебәрелер алдынан коронавирус инфекцияһына тикшереү үтәсәк.
– Сирҙе йоҡтороуға юл ҡуймау өсөн ғәскәрҙәрҙә тәүлек әйләнәһенә профилактик саралар үткәрелә, шулай уҡ даими күҙәтеү алып барыла, – тиҙәр республика хәрби комиссариатында.
Читайте нас: