+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Өфө супермаркеттарында аралыҡ һаҡларға!

Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһе өсөн бөгөндән тулыһынса үҙ аллы изоляция режимы индерелде. Рәсәй Федерацияһы Премьер-министры Михаил Мишустиндың кәңәше буйынса был алымды илдең бөтә төбәктәренә лә таратырға уйлайҙар.

Радий Хәбиров та республика граждандары тулыһынса үҙ аллы изоляцияға күсергә тейеш, тип белдерҙе. Был мәсьәлә бөгөнгө кәңәшмәлә ҡараласаҡ.
Коронавирусҡа бирешмәҫ өсөн нимәләр генә эшләнмәй: хатта тротуарҙар йыуыла. Өфө супермаркеттарында һатып алыусылар бер-береһенә бик яҡын тормаһын өсөн махсус һыҙыҡтар һыҙыла. Бынан тыш, маскаһыҙ, бер тапҡыр ҡулланыла торған бирсәткә кеймәйенсә магазинға бармаҫҡа кәңәш итәләр. Һаҡланыу сараларын үтәйек, һаҡланғанды Алла һаҡлай, тиҙәр бит.
Читайте нас: