+9 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Коронавирус Америка Ҡушма Штаттарында хакимлыҡ итә

Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 29 мартҡа Рәсәйҙә коронавирустың 270 яңы осрағы теркәлгән. Иң күбе – Мәскәүҙә: 197 кеше. Башҡортостанда берәү өҫтәлгән. Сир Европа илдәренән ҡайтыусыларҙа табыла.

Шулай итеп, Рәсәйҙә 1 мең 534 кеше ауырый. Яһил вирус донъяның 203 иленә таралған, бөтәһе 683 мең 10 кешегә йоҡҡан, 32 мең 104-ен һәләк иткән.
Әлеге ваҡытта Америка Ҡушма Штаттары коронавирус йоҡтороусылар һаны буйынса беренсе урында. Унда 120 меңдән ашыу сирле. 2 меңдән күберәк кешенең ғүмере өҙөлгән. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы, 330 миллион халҡы булған был ил Ҡытайҙан ҡала пандемияның икенсе үҙәгенә әүерелмәҫме, тип хәүефләнә...
Мәскәү мэры Сергей Собянин бөгөндән ҡала һәм өлкә халҡына өйҙән сыҡмаҫҡа ҡушты. Унда эшкә барыусыларға, иң яҡын магазинға, аптекаға, сүп-сар ташларға ғына сығырға мөмкин. Алдағы көндәрҙә Мәскәү хакимиәте билдәләгән махсус пропук нигеҙендә генә сығара башлаясаҡтар, тиҙәр. Коронавирустан һаҡланыуҙың иң ышаныслы ысулы – өйҙә генә ултырыу, ҡулдарҙы даими йыуыу, бүлмәләрҙә дезинфекция эшләп тороу.
Читайте нас: