Был турала указға Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған. Данлыҡлы генерал 1943 йылдың 23 февралендә Луганск ерендә һәләк булған. Уға Герой исеме бирелеүе - тарихи ваҡиға. Ниһайәт, командир 112-се башҡорт кавалерия дивизияһынан сыҡҡан 78 Советтар Союзы геройы араһында үҙенең лайыҡлы урынын алды.