+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Бөгөн республикала карантин режимы индерелә

Рәсәй төбәктәрендә коронавирус инфекцияһын сикләү маҡсатында карантин индерелә. Башҡортостанда ла бөгөн кискә, 20 сәғәттән һуң халыҡ тулыһынса үҙ аллы изоляция режимына күсергә тейеш буласаҡ. Республика Башлығы әйтеүенсә, был ауыр эҙемтәләрҙән ҡотолорға ярҙам итәсәк.

Шулай итеп, һәр кем үҙ өйөндә ҡалырға тейеш. Ашығыс медицина ярҙамы кәрәккәндә, аптекаға, яҡындағы аҙыҡ-түлек магазинына, сүп-сар түгергә, йорт хайуандарын йөрөтөргә, эшкә барыу талап ителһә генә сығырға мөмкин.
Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса донъяла коронавирус инфекцияһын йоҡтороусылар һаны 786 мең 291-гә еткән, 37 мең 820 кешенең ғүмере өҙөлгән. Рәсәйҙә 1 мең 836 сирле теркәлгән, 9 кеше үлгән.
Читайте нас: