+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

6 апрелдән дистанцион уҡыу башлана

Башҡортостан Башлығы 6 апрелдә сәғәт иртәнге 10-да тәүге дәресте үҙе үткәрәсәге тураһында белдергәйне.

Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министры Айбулат Хажин белем усаҡтарында дистанцион уҡыу башланыуы тураһында брифинг үткәреп, күптәрҙе борсоған һорауҙарға яуап бирҙе. Әле республикала бөтәһе 1 мең 318 белем усағында 500 меңләп уҡыусы иҫәпләнә.
Республиканың бөтә педагогтары ла дистанцион белем биреү буйынса белемен камиллаштырған. Уҡыусыларҙың да мөмкинлектәре иҫәпкә алынған. Кемдең өйөндә етерлек тиҙлекле компьютер бар, онлайн уҡыясаҡ.
Дәрестәр 30 минут дауам итә. Кемдәр смартфон аша ғына аралаша ала, эштәр электрон почта, социаль селтәрҙәр, мессенджерҙар аша бирелә. Әйтергә кәрәк, уҡытыусылар ҙа өйҙәрендә ултырып эшләй. Республикала интернетһыҙ 93 мәктәп бар. Уларҙа балалар һаны ла аҙ. Был уҡыусылар ҙа белем алыуҙан мәхрүм ҡалмай, әлбиттә. Дежур уҡытыусы мәктәп автобусы менән өйҙәренә ҡағыҙ вариантта эштәрҙе таратасаҡ.
Башланғыс синыфтар өсөн 15 баланан торған төркөмдәр асыу тураһында ла һүҙ булды. Улар һәр мәктәптә булмаясаҡ. Белеүегеҙсә, был коронавирус пандемияһы осоронда эшләргә мәжбүр булған атай-әҫәрҙәрҙең балалары өсөн генә.
Өлкәндәргә үҙизоляция осоронда улдары һәм ҡыҙҙарының туҡланыуына, һаулығына иғтибарлы булырға кәңәш ителә.
Читайте нас: