Башҡортостанда бөгөн 1 мең 318 белем усағы иҫәпләнә, 500 мең тирәһе уҡыусы белем ала. Интернет аша белем алыу еңелдән булмаҫ инде ул. Мәктәп йәшендәге бер нисә балаһы булған ғаиләләр ҙә етерлек. Һәр өйҙә компьютер, интернет юҡ. Әммә төшөнкөлөккә бирелмәйбеҙ. Үҙизоляция ваҡытында уҡытыуҙың төрлө мөмкинлектәре алдан уйланылған. Әйткәндәй, тәүге дәресте республика етәксеһе Радий Хәбиров үҙе үткәрәсәк, уны Башҡортостан юлдаш телевидениеһы трансляцияларға тейеш, шулай булғас, был осрашыуҙы һәр кем ҡарай алыр, тигән ышаныс бар. Нимә тураһында булыр икән был дәрес? Әлбиттә, бөгөнгө ваҡиғалар, балаларҙы өйҙә уҡырға мәжбүр иткән сәбәптәр тураһында ла һүҙ булыр. Киләсәктә уҡыусылар менән ошондай дәрестәрҙе бүтән ведомство етәкселәре лә уҙғарасаҡ.