-6 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Рәсәйҙә коронавирус иң юғары нөктәгә етмәгән әле

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының беҙҙең илдәге вәкиле Мелита Вуйнович шулай ти. Рәсәйҙә 5 апрелгә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса тағы ла 658 кешелә яңы коронавирус инфекцияһы табылған. Был бик күп. Илдең 79 төбәгендә 5 мең 389 кешенең сирләүе билдәле булды. Күбеһе, әлбиттә, сит илдәрҙән ҡайтыусылар.

Иң күп ауырыусылар - Мәскәү ҡалаһында. Башҡортостанда, Аллаға шөкөр, бөгөн дә яңы осраҡ теркәлмәне. Быға тиклем билдәле булған 10 кешенең өсөһө һауығып сыҡты. 5 апрелгә беҙҙең республикала бөтәһе 8 мең 475 кеше коронавирусҡа анализ тапшырған. 83 кеше әлеге ваҡытта күҙәтеү аҫтында, уларҙың 12-һе - балалар. Үҙаллы изоляция кәмендә тағы бер аҙна дауам итәсәк әле. Беҙҙең бурыс - өйҙә ултырыу. Бөтә донъяны биләп алырға маташҡан йоғошло сиргә ҡаршы көрәшкә индергән өлөшөбөҙ ошо.
Читайте нас: