+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Уҡытыусыларҙың эше тағы ла артты

Ғәҙәти уҡытыуҙан дистанцион рәүешкә күсеү уҡытыусылар өсөн дә ауырлыҡтар тыуҙыра. Учи.ру белем биреү онлайн-платформаһы үткәргән һорау алыу шуны күрһәткән. Унда Рәсәй буйынса барлығы 3 мең 500 педагог ҡатнашҡан.

Һорау алыу мәғлүмәттәренә ҡарағанда, дистанцион уҡыуға күсеү уҡытыусыларҙың эшен тағы ла арттырған. Яуап биреүселәрҙең 78 проценты шулай тип иҫәпләй. 31 проценты дәрескә әҙерләнеүгә ваҡыт күберәк китәсәген еткерһә, 27 проценты атай-әсәйҙәр менән эшләү йөкләмәһе артасағын белдерә. Һорауға яуап биреүселәрҙең 44 проценты ойоштороу-методик ярҙамға мохтаж. Онлайн-уҡытыуға өйрәнеү 49 процентында ауырлыҡтар тыуҙырһа, 25 процентына яңы уҡыу ҡоролмаларына өйрәнеүе ҡыйын булған, 25 проценты бәйләнеш менән ауырлыҡтар булыуын әйткән. Уҡытыусыларҙың күбеһе дистанцион уҡыуға күсеү балаларҙың өлгәшенә лә насар тәьҫир итеүе ихтимал, тип иҫәпләй.
Читайте нас: