+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Һандар ҡурҡыта

Һуңғы тәүлектә Рәсәйҙә коронавирустың ныҡ ҡына артыуы күҙәтелә. 954 яңы осраҡ теркәлгән.

Илдә был сирҙе бөтәһе 6343 кеше йоҡторған. Беҙҙең республикала 10 сирленең дүртенсеһе һауығып сыҡҡан.
Пандемия буйынса донъя кимәлендә хәлдәр нисек һуң? Коронавирус менән ауырыусылар һаны буйынса исемлектә Америка Ҡушма Штаттары иң алда тора. Мәҫәлән, 2 апрелгә, бер тәүлектә генә, унда тағы ла 33 мең 264 кешелә яңы COVID-2019 табылған. Америкала әле бөтәһе 337 мең 72 кешелә сир табылған. 9 мең 643 үлем осрағы теркәлгән.
Испанияла -131 мең 646, Италияла 128 мең 958 кеше был йоғошло сир менән ауырый. Германия менән Франция ла ауырыусылар һаны буйынса Ҡытайҙы үтеп киткән.
Донъяла коронавирус йоҡтороусылар -1 миллион 277 меңдән ашыу. Шуларҙың 264 мең 439 меңе һауыҡҡан, 69 мең 555 кеше һәләк булған. Ҡот осҡос һандар...
Читайте нас: