+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Каринэ Хәбирова ла ирекмән булып китте

Республика Башлығының хәләл ефете Каринэ Хәбирова коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү буйынса ирекмән медиктар штабында ирекмән булып эшләй башланы.

Ул студенттар менән бер рәттән шылтыратыуҙар ҡабул итте, телефон аша республика халҡы менән аралашты, туҡланыу аҙыҡ-түлектәрен һатып алыу буйынса ғаризалар төҙөнө. Ирекмәндәр бөгөн үк ҡабул ителгән заказдарҙы илтеп бирәсәк, шулай уҡ сәскә магазинынан хаҡлы ялдағыларға гөлләмәләр ҙә тапшырыласаҡ.
Әйткәндәй, БДМУ ирекмәндәре 23 марттан алып 374 өлкән кешегә ярҙам күрһәткән. Әлеге мәлдә колл-үҙәктә 15 ирекмән эшләй, 50-һе көн һайын өлкәндәргә ярҙамға сыға. Уларҙың барыһы ла битлек, бирсәткә кеүек һаҡланыу саралары менән тәьмин ителгән, добро.ру порталында уҡыу ҙа үткән.
Көн һайын бында 100-гә яҡын шылтыратыу ҡабул ителә, көнөнә ғаризалар буйынса 50-гә яҡын ярҙамға сығыу ойошторола. «Ҡыҙыу бәйләнеш» телефондары: 8-800-200-34-11 (федераль); 8 (347) 273-55-44 (урындағы).
Читайте нас: