Был йыйылмаға тиҙ боҙолмай, махсус температура режимы талап итмәгән аҙыҡ-түлектәр индерелгән. Бында ярма, макарон, һуттар, ҡамыр һәм еләк-емештән әҙерләнгән кондитер ризыҡтары, сәй, һөт, ит һәм балыҡ консервалары, көнбағыш майы бар.
Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алексей Гусев белдереүенсә, киләһе йыйылманы төрлөләндерәсәктәр әле. Радий Фәрит улы билдәләүенсә, бында үҙебеҙҙең республикала етештерелгән продукциялар етешмәй һәм алдағы аҙнала уларҙың мотлаҡ булырға тейешлеген еткерҙе.