Республика дауаханаһы, ысынлап та, карантинға ябылған. Унда эләккән 1 мең 200 кешенең яртыһы – пациенттар. 5 апрелдә бында ике ай буйы ятҡан оло йәштәге ҡатын вафат булған. Ул инсульттан, шәкәр диабетынан дауаланған булған, төрлө хроник ауырыуҙары өҫтөнә пневмония менән дә сирләгән. Үлем сәбәбе – баш мейеһенең шешеүе. Пневмония менән ауырығас, был пациенттан коронавирусҡа ла анализ алғандар һәм унда Ковид-19 вирусы булғаны асыҡланған.
Әле Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы 14 көнгә карантинға ябылған, унан бер кем дә сыҡмаясаҡ, бөтәһе лә коронавирус инфекцияһына тест үтәсәк.Барыһы ла яҡшы булыуын теләйек.