Бөгөнгө брифингта Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Венер Иҙекәев Башҡортостанда тағы 3 дауахананың коронавирус буйынса карантинға ябылыуы тураһында хәбәр итте. Улар – Октябрьский ҡалаһының 3-сө дауаханаһы (ике бүлек ябылған), Бәләбәй район дауаханаһы һәм Бөрө район дауаханаһының ике бинаһы. Әле атап үтелгән урындарҙа дезинфекция үткәрелә һәм кешеләрҙән биологик материал алына.