Бөтә яңылыҡтар

Пандемия юғары нөктәһенә етә

Коронавирус пандемияһы көндән-көн ҡотора ғына барған кеүек. Эйе, ҡайҙалыр хәлдәр арыулана, әммә беҙҙең Рәсәйҙә... Кисә 1 мең 154 кешелә COVID-19 вирусы барлығы асыҡланғайны, бөгөн тағы 1 мең 175 яңы осраҡ.

Ил буйынса бөтәһе 8 мең 672 кеше йоғошло ауырыу менән сирләй. 53-ө вафат булған. 580 кеше һауыҡҡан.
Кисә Федераль медик-биологик агентлыҡ етәксеһе Вероника Скворцова коронавирус инфекцияһының юғары нөктәһенә етеү өсөн 10 – 14 көн ҡалды, тип белдерҙе. Быны математиктар һәм биологтар ингән фаразлау төркөмдәре иҫәпләп сығарған икән.
Ябай ғына итеп әйткәндә, 10 – 14 көндән илдәге COVID-19 вирусын йөрөтөүселәр һаны иң юғары нөктәһенә етәсәк. Шунан һуң сирләүселәр һаны нисек артҡан, шулай яйлап кәмей башлаясаҡ. Июнь урталарына тиклем барыһы ла тамамланыр, тип көтөлә.
Бер уйлаһаң, юғары нөктәгә етеү аңлашылып торған кеүек тә ул: коронавирусҡа тест биреүселәр һаны арта, етмәһә, 8 – 13 апрелдә сит илдәрҙән тағы күп кенә кеше ҡайтасаҡ. Рәсәйҙең Транспорт министрлығы график төҙөгән дә инде.
Һәр беребеҙгә һаҡланырға кәрәк: өйҙә генә ултырғандарға ла, эшкә йөрөгәндәргә лә. #домаяҡшыраҡ
Читайте нас: