Башҡортостанда индерелгән «комендант сәғәте»нә ярашлы, 65 йәштән өлкәндәргә киске сәғәт 6-нан иртәнге 10-ға тиклем йәмәғәт урындарында йөрөү тыйыла, балаларға – киске 6-нан көндөҙгө 1-гә тиклем. Әлеге режимды боҙған осраҡта штраф һалыу ҡаралған. Балалары өсөн атай-әсәйҙәре түләйәсәк.