Улар - Өфө, Дүртөйлө, Күмертау, Бәләбәй, Белорет, Бөрө, Сибай, Октябрьский ҡалаларынан, Әлшәй, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Ейәнсура, райондарынан, шулай Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһынан 9 медицина хеҙмәткәре.
Рәсәйҙә һуңғы тәүлектә генә 1 мең 786 яңы осраҡ теркәлгән. Әле ил буйынса барлығы 11 мең 917 сирләй, 795 кеше һауыҡҡан. "Тажлы" вирус 94 кешенең ғүмерен өҙгән, шуларҙың 18-е был тәүлектә вафат булған.