-10 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
10 Апрель 2020, 19:43

Тағы 170 кешелә COVID-19 вирусы булыуы ихтимал

Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре һәм пациенттарының коронавирусҡа биргән тест һөҙөмтәләре буйынса 170 кешенең анализ һөҙөмтәләрен тағы бер тапҡыр тикшерәсәктәр.

Әле анализ биргән 1 мең 168 кешенең 998-ендә COVID-19 вирусы юҡлығы асыҡланған.
Акушерлыҡ һәм гинекология корпусын да тикшергәндәр. Унда ауырыусылар табылмаған. Пациенттар өйҙәренә ҡайтарылғас, корпуста дезинфекция үткәреләсәк һәм ул карантин бөткәнсе ябыласаҡ, тип белдерҙе Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин.
Республика клиник дауаханаһы хеҙмәткәрҙәренең эше инфекцион госпиталдә эшләгәндекеләргә тиңләштереләсәк. Йәғни улар бөтәһе лә коронавирус менән сирлеләр араһында эшләгән өсөн федераль, республика кимәлендә бидәләнгән түләүҙәрҙе, компенсацияны аласаҡ, тигән һүҙ.
Читайте нас: