+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
11 Апрель 2020, 17:51

Башҡортостанда коронавирус инфекцияһынан бер кеше вафат булған.

Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин бөгөнгө брифингта шулай тип белдерҙе.

Республикала 11 апрелгә тағы 26 кешенең COVID-19 вирусын йоҡторғанлығы билдәле булды. Бөтәһе - 66 кеше. Тағы 231 кеше ошо шик менән дауаханаларға һалынған, улар араһында 11 бала бар.
Рәсәй буйынса ла хәлдәр хөрт: һуңғы тәүлектә генә тағы 1 мең 667 кешенең коронавирус менән сирләгәне асыҡланған. Бөгөнгә ил буйынса барлығы 13 мең 584 ауырыу осрағы теркәлгән. 1 мең 45 кеше һауыҡҡан, 106-һы коронавирустан һәләк булған, шуларҙың 12-һе һуңғы тәүлеккә тура килә.
Әллә ниндәй афәт килде Ер шарына. Беҙгә унан һаҡланыу сараларын етди үтәргә кәрәк.
Читайте нас: