+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
12 Апрель 2020, 11:51

Милли кейем көнө лә онлайн үтәсәк

Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡарары менән 16 апрель Милли кейем көнө тип иғлан ителгәйне. Ҡороғорвирус арҡаһында планлаштырылған саралар онлайн режимдә үтәсәк.

Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто уларҙы YouTube каналында урынлаштырасаҡ. Милли кейемдәр тарихы, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының ни өсөн француз яулығын үҙ итеүе тураһында белергә, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашырға, хатта бейергә өйрәнергә мөмкин буласаҡ. 17 апрелдә "Милли кейем менән фото" флешмобы башланасаҡ. "Бәйләнештә" селтәрендә, Инстаграмда #нацкостюмрб #нацкостюм_дднрб #ялюблюнацкостюм хештегы менән фотоларығыҙҙы ҡуйырға әҙерләнә тороғоҙ, дуҫтар.
Читайте нас: