+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
12 Апрель 2020, 00:16

Тәүге Бөтә Рәсәй онлайн-смена ойошторола

#MoreОкеана исеме аҫтында «Океан» Бөтә Рәсәй үҙәге тәүге онлайн-сменаһын үткәрә. Тимәк, балаларға ваҡытын файҙалы һәм ҡыҙыҡлы итеп үткәреү мөмкинлеге асыла.

Бында әлеге балалар үҙәгендә бер тапҡыр ҙа булмағандар ҙа ҡатнаша ала. Сменаның эше ике форматта алып барыласаҡ. Тәүгеһе буйынса бөтә теләүселәр өсөн социаль селтәрҙәрҙә тура бәйләнештәр ойоштороласаҡ. Ҡыҙҙар һәм малайҙарҙы оҫталыҡ дәрестәре, акциялар, вожатыйҙар менән аралашыу көтә.
Икенсе форматта алдан яҙылыу буйынса ҡатнашыусыларҙы йыйыу күҙ уңында тотола. Уларҙы отрядтарға берләштереп, вожатыйҙар беркетеләсәк. Программала отряд чаты, тура бәйләнештәр, күп мауыҡтырғыс эштәр ҡаралған.
Тәүге Бөтә Рәсәй онлайн-сменаның командалар уҙышында ҡатнашабыҙ тиһәгеҙ, 13-нән 14 апрелдең көндөҙгө сәғәт 2-гә (Владивосток ваҡыты менән) тиклем теркәлергә була. Программа бер аҙнаға тәғәйенләнгән. Ҡыҙыҡһынһағыҙ, https://okean.org сайтында тулыраҡ мәғлүмәт алырға мөмкин.
Читайте нас: