+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
13 Апрель 2020, 00:23

Коронавирус менән сирләүселәр ҡасан артыуҙан туҡтар?

Рәсәй Вице-премьеры Татьяна Голикова белдереүенсә, 14 - 16 апрелдә илдә коронавирус менән сирләүселәр һанының артыуы туҡталырмы-юҡмы икәнен билдәләргә мөмкинлек бар.

Был ваҡытта үҙизоляция индерелеүенә 14 көн үткән була. Коронавирус буйынса платоға сығабыҙмы, юҡмы инде? Исмаһам ауырыусылар һаны кәмей башлар ине. Ул сағында ҡасан был афәттән ҡотолоробоҙ ҙа бер аҙ төҫмөрләнер ине. Белгестәр фекеренсә, сирлеләр һаны буйынса иң юғары нөктәгә күпме ваҡыт күтәрелгәнбеҙ, ҡәҙимге хәлгә ҡайтыр өсөн дә шунса ваҡыт талап ителәсәк.
Голикова белдереүенсә, Рәсәй Президенты Владимир Путин юҡҡа ғына 30 апрелгә тиклем ял көндәре тип иғлан итмәгән. Коронавирусҡа ҡаршы сифатлы көрәш өсөн икешәр аҙналыҡ ике цикл кәрәк. Үҙизоляция талаптары һәйбәт үтәлгән осраҡта, уның ниндәй һөҙөмтә биреүен билдәләргә мөмкин буласаҡ икән.
Вице-Премьер шулай уҡ Рәсәйҙең карантиндан һәм үҙизоляциянан йәй башында ғына сығыу ихтималлығы тураһында ла әйтте. Әммә бының өсөн тәҡдим ителгән рекомендацияларҙы теүәл үтәргә тейешбеҙ.
Читайте нас: