Шулай итеп, Рәсәй Федерацияһында коронавирус менән сирләүселәр бөгөнгә бөтәһе 27 мең 938 кеше булып китте. 2 мең 304-е һауыҡҡан. Һуңғы тәүлектә ил буйынса – 34, барлығы 232 кешенең ғүмерен өҙгән был ҡороғорвирус. Башҡортостанда ла хәлдәр шәптән түгел: был тәүлектә генә 42 яңы осраҡ теркәлгән. Шулай итеп, республикала бөтәһе 191 кешегә коронавирус йоҡҡан. Үҙизоляция режимын һаҡлайыҡ. Магазиндарҙа, урамда йөрөгәндә аралыҡ 4 метр булырға тейеш, тиҙәр. Битлек, медицина бирсәткәләре кейәйек. Бынау пандемия ваҡытында бөҙрәханаға, маникюр эшләтергә йөрөмәй торһаҡ та булалыр. Иң мөһиме: ҡағиҙәләрҙе үтәйек, әммә хәүефләнмәҫкә тырышайыҡ. Һаҡланғанды Алла һаҡлар. Төшөнкөлөккә бирелеү иммунитетты ҡаҡшата бит ул.