Беренсенән, алдан яҙылыу буйынса ғына эшләргә тейештәр. Бөҙрәханаға 6-нан артыҡ кеше индерелмәй. Һәр кем битлектә булырға тейеш. Һәр клиенттан һуң тараҡ-ҡайсылар дезинфекциялана, ике сәғәт һайын иҙәнде йыуыу мотлаҡ. Оптика салондарын да асырға рөхсәт иттеләр. Шулай уҡ саҡыртһалар – судҡа, хоҡуҡ һаҡлау һәм дәүләт органдарына, саҡырылыш пункттарына барырға мөмкин.