Картина Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы 2019 йылдың сентябрендә прокатҡа сыҡҡайны. Уны Рәсәйҙең күп ҡалаларында яратып ҡаранылар. Байтаҡ кинофестиваль, конкурстарҙа ҡатнашып, еңеүҙәр ҙә яуланы. "Һеңлекәш" фильмын Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы алдынан ғаиләләребеҙ менән тағы бер тапҡыр ҡарайыҡ, дуҫтар. Төп ролдәрҙә - Арыҫлан Ҡырымсурин менән Марта Тимофеева.