Әммә ил буйынса сирҙе йоҡтороусылар һаны тағы ла артҡан: бер тәүлектә 6 мең 60 кеше. Рәсәйҙә 48 кешенең ғүмере өҙөлгән, икәүһе - Башҡортостандан.
Шулай итеп, Рәсәйҙә коронавирусҡа барлығы 1,94 миллион тест үткәрелгән, 42 мең 853 кешелә COVID-19 табылған, 3 мең 291 кеше һауығып сыҡҡан, 361-е вафат булған.
Рәсәй фәндәр академияһы профессоры, вирусолог Александр Лукашев был һандарҙан ҡурҡмаҫҡа саҡырҙы, ике, өс тапҡыр артыуы ихтимал, әммә был коронавирус таралыуының Италия һәм Испаниялағы ошо этабы менән сағыштырғанда күпкә түбәнерәк, тип белдерҙе. Вирус табылғандар араһында ауырыу билдәләре һиҙелмәгән кешеләр ҙә байтаҡ икән. Ауыр хәлдәге сирлеләр, үлем осраҡтары нығыраҡ борсоуға һала.