-1 °С
Ясно
VKOKМакс
Был донъяла ниҙәр бар?
18 Апреля 2020, 19:55

Вирус бар, әммә билдәләре һиҙелмәй

Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте етәксеһе Анна Попова был аҙнала коронавирусҡа ҡағылышлы шундай мәғлүмәт еткерҙе: беҙҙең илдә COVID-19 вирусы табылған кешеләрҙең 50 процентында сир билдәләре юҡ икән. Уларға медицина ярҙамы кәрәкмәй, әммә ҡәтғи үҙизоляция талаптарын үтәргә һәм табип күҙәтеүе аҫтында булырға тейештәр.

Добавить в предпочтительные источники Google
Был ауырыу таралған айырым предприятиеларҙа һәм ҡасабаларҙа үткәрелгән тикшереүҙәрҙән һуң билдәле булған. Шулай уҡ Рәсәйҙә коронавирус йоҡтороусыларҙың күбеһенә 18 - 45 йәш икәнлеге асыҡланған.
Бөгөн был йоғошло сирҙе еңеү - иң мөһим мәсьәлә. Күмәкләп тырышырға кәрәк, тиелә Роспотребнадзор сайтында. Өйҙә ҡалырға, уны таҙа тоторға, туғандар, таныштар менән әлегә телефон аша ғына аралашырға, урамға маскаһыҙ сыҡмаҫҡа, 1,5 - 2 метр социаль аралыҡты һаҡларға, ҡулдарҙы йыуырға, антисептик ҡулланырға - ошоларҙы үтәһәк, үҙизоляция талаптарын боҙмаһаҡ, вирустың ныҡлап таралыуына юл ҡуймаҫбыҙ, ҡәҙимге тормошҡа тиҙерәк ҡайтырбыҙ, Алла бирһә.
Читайте нас