+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
25 Апрель 2020, 21:37

Баҡсаға барам,тиһәң...

Бөгөн коронавирусҡа ҡағылышлы брифингта хәбәр итеүҙәренсә, республикала хәҙер баҡсаға барыр өсөн айырым режим индерелгән. Бының өсөн Дорога.ру сайтында теркәлеү кәрәкмәй. Ә нимә эшләргәме?

Ошо өлгөлә күрһәтелгәнсә ғариза яҙып, уны үҙең менән алырға. Паспорт һәм баҡсаңдың документтары ла кәрәк буласаҡ. 25 апрелдән ошо ҡағиҙә буйынса 65 йәштән өлкәнерәк кешеләр ҙә үҙҙәренең баҡсаларына йөрөй ала. Йәмәғәт транспортында, автомобилдә, велосипедта ла барырға мөмкин. Юл өсөн 1 сәғәт ярымдан артыҡ ваҡыт китергә тейеш түгел. Юлда магазинға инеп сығыу ҙа тыйылмай. Бындай ғариза менән баҡсаға йөрөү һаны сикләнмәй.
Читайте нас: