Мәҫәлән, Авдондағы "Ләйсән" балалар баҡсаһының ҡыйығы тулыһынса емерелгән. Ярай әле карантин ваҡыты, бер кем дә зыян күрмәгән. Күптән түгел Өфөлә ошондай ел ваҡытында реклама щиты аҫтында ҡалып бер ҡатын һәләк булғайны... 26 апрелдә лә республикала ямғыр яуыуы, дауыл булыуы көтөлә, һаҡ булығыҙ, тип иҫкәртә синоптиктар.