Күптәр яратҡандыр был һәләтле, һөйкөмлө кескәй актрисаны. Беҙҙең шәп башҡорт малайы Йәмил-Арыҫлан Ҡырымсурин менән бик яҡын дуҫтарға әйләнделәр.
Марта 6 йәшенән киноға төшә башлаған. Әле ул 10 йәштә. Был ҡыҙҙы беҙҙең илдә белмәгән кеше һирәктер. "Союз спасения", "Гоголь", "Кровавая барыня" һәм башҡа фильмдарҙа төшкән. Ә яңыраҡ Мартаны Голливудтың яңы бер проектына саҡырғандар. Һәләтле ҡыҙ "Тайное общество мистера Бенедикта" тигән фильмда төп ролдәрҙең береһе Констанс Контреирҙы уйнаясаҡ. Әле коронавирус ҡына хәлдәрҙе тотҡарлап тора.
Әйткәндәй, Марта Тимофеева 9 йәшенә 40 проектта ҡатнашҡан. Ул Мәскәүҙәге бер мәктәптә белем ала. Инглиз теле буйынса курстарға йөрөй. Ҡустыһын ҡараша. Мартаның ата-әсәһе лә - сәнғәт кешеләре. Әммә ҡыҙҙары уларға ҡарағанда ла нығыраҡ танылыу яулаған, буғай.