+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
30 Апрель 2020, 03:29

Балаларын ҡыуышта йәшәткән

Татарстанда бер ҡатын апрелдә ике аҙна буйы 2005 һәм 2007 йылғы улдары менән ауылдан 3 километр алыҫлыҡтағы урманда йәшәгән.

Ботаҡтарҙан ҡыуыш эшләнгән. Ашарға, әлбиттә, өйҙән алып килгән бер икмәк һәм һуғандан башҡа бер нәмә лә булмаған, тип хәбәр ителә. Һуңынан әсәй кеше балаларына япраҡ ашатҡан... Бер көндө ҡатын йоҡлап киткәс, оло улы түҙмәй яҡында эшләгән нефтселәр янына барып ашарға һораған. Улар иһә был хәл тураһында хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәбәр иткән. Әле аслыҡтан хәлһеҙләнгән малайҙар дауаханала ятып сыҡҡандан һуң өләсәләрендә йәшәй. Әсәләренә ҡарата енәйәт эше асылған. Тикшереү эше башланған. Был башҡа һыймаҫлыҡ хәлде коронавирусҡа япһарыу дөрөҫ булмаҫ, моғайын. Ҡатын 2018 йылда икенсе төбәктә йәшәгән сағында ла бер улын алып урманда йәшәргә маташҡан. Хәйер, тикшереү барышында барыһы ла асыҡланыр.
Читайте нас: