Бөгөн Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтендә үткән инвестиция сәғәтендә Ҡырмыҫҡалы районындағы Ҡарлыман һөт-консерва комбинатын үҫтереү тураһында һөйләшеү булған. Унда киләсәктә тәүлегенә 150 тонна сеймал етештерергә уйлайҙар. Бының өсөн, әлбиттә, 1 мең 200 баш һыйыры булған һөтсөлөк фермаһы, ҡалай банкалар етештереү һәм башҡа йүнәлештәрҙе үҫтерергә планлаштыралар. Ә ҡуйыртылған һөттө шәкәрһеҙ сығарыуҙы ла яйға һалһалар, сит илдәргә лә тәҡдим итәсәктәр. Әлегә Рәсәйҙә бындай төрҙәге ризыҡты бер генә заводта етештерәләр икән.