-3 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Берҙәм дәүләт имтиханы тирәләй бәхәс тынмай

Быйыл ҡороғорвирус арҡаһында Берҙәм дәүләт имтиханы тирәләй бәхәстәр туҡтамай. Кисә тағы Дәүләт Думаһы мәғариф һәм фән комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Олег Смолин «Интерфакс»ҡа биргән интервьюһында уны үткәрмәү тәҡдиме тураһында әйткән.

Берҙәм имтиханына әҙерләнергә лә, үткәрергә лә шарттар насар. «Үҙ ихтыярынан тыш һынауҙы тапшыра алмаған уҡыусылар күбәйеүе ихтимал. Дистанцион уҡығас, балаларҙың БДИ биреү мөмкинлегендә тигеҙһеҙлек арта. Сөнки кемдер репетитор яллай ала, кемдеңдер өйөндә компьютер ҙа юҡ. Тағы был һынау июль аҙағы-авгусҡа ҡалһа, уҡыусыларҙың каникулы ла булмаясаҡ, күп уҡытыусылар отпускыһыҙ ҡала», – тип белдергән ул.
Депутаттың фекеренсә, быйыл юғары уҡыу йорттарына студенттарҙы әлеге билдәләренә һәм уҡыуҙан тыш уңыштарына ҡарап ҡабул итергә кәрәк. Ә өҫтәмә телдән үткән һынауҙы онлайн режимда үткәрергә тәҡдим ителә.
Әммә Рәсәй мәғарифты күҙәтеү хеҙмәте идаралығы етәксеһе Игорь Круглинский Берҙәм дәүләт имтихынына әлеге ҡатмарлы ваҡытта ла альтернатива юҡ, тип белдергән.
Нисек кенә булмаһын, уҡыусыларға һынауҙы уңышлы үтеп, алдарына ҡуйған маҡсаттарына өлгәшеүҙәрен, теләгән уҡыу йортона инеп, хыялдарында йөрөткән һөнәрҙәренә эйә булыуҙарын теләйбеҙ.
Читайте нас: