Үҙизоляция режимынан яйлап ҡына сыға башлайбыҙ. Атай-әсәйҙәр эшләй, ә балалар баҡсалары ҡасан асылыр һуң? "Российская газета"ла яҙылғанса, улар был режимдан сығыуҙың икенсе этабында ғына асылырға тейеш. Белем биреү учреждениелары иһә - өсөнсө этапта. Был турала Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенең бүлек етәксеһе Татьяна Руженцова хәбәр иткән. Тимәк уҡыусылар был уҡыу йылында мәктәпкә бармаясаҡ, ә баҡсалар асылыуын көтөргә генә ҡала. Был һәр төбәктә "тажлы" вирусҡа бәйле эпидемиологик хәлгә ҡарап хәл ителәсәк.